среда, 7 марта 2012 г.

Жан- Клод Мас йәнә ҡулға алынған.


Сифатһыҙ күкрәк имплантаттарын етештергән РIР компанияһына нигеҙ һалыусы француз Жан- Клод Мас төрмәгә ултыртылған. Ғинуар аҙағында иреккә сығарылған Мас 100 мең евро күләмендәге залогты түләмәгән.

Хәҙер инде ябылған компанияның башлығы кешеләргә ауыр тән йәрәхәттәре һалыуҙа ғәйепләнә. 2010 йылда, РIР күкрәк имплантаттары сәнәғәттә ҡулланылған силикон гелдәрҙән эшләнеүе асыҡланғас, француз властары уларҙы файҙаланыуҙы тыйҙы. Имплантаттарҙың йыртылыуы хаҡында ла хәбәрҙәр ишетелде. Һуңғараҡ француз врачтары илдәге 30 мең пациенткаға РIР имплантаттарынан ҡотолорға тәҡдим итте. Францияла ошо имплантатлы 20 ҡатында рак булыуы асыҡланған, әммә уның сәбәптәре әлегә ентекле тикшерелмәгән.

Мас ғинуар аҙағында ҡулға алына. Һорау алғанда ул компанияның махсус рәүештә осһоҙораҡ гелде ҡулланыуын таный. Мас компанияһы етештергән күкрәк протездарын имплантациялау операциялары тиҫтәләрсә илдең 300-400 мең ҡатын- ҡыҙына эшләнгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий