среда, 7 марта 2012 г.

66 йәшлек Швейцария ҡатыны игеҙәк балалар тапҡан.


66 йәшлек Швейцария гражданкаһы игеҙәктәр тапҡан. Был яңылыҡ илдә бәхәстәрҙең ҡуйырып китеүенә сәбәпсе булды һәм көн тәртибенә билдәле йәштән һуң ҡатын- ҡыҙҙарҙы яһалма аталандырыуҙы тыйыусы законды юҡҡа сығарыу мәсьәләһен килтереп ҡуйҙы. Бындай закон Швейцарияла бар, шуға күрә бала табырға теләгән оло йәштәге ҡатындарға сит илдәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Игеҙәктәр тапҡан был ҡатынға Украинаға барырға тура килгән.
“Швейцариялағы был законды үҙгәртергә кәрәк. 60 йәшлектәр бала тапһын өсөн түгел, йәшерәктәр ауырға ҡалһын һәм бала таба алһын өсөн,-”ти врач Михаэль Жемек, репродуктив медицина белгесе.
Күп швейцариялылар был фекер яҡлы. Уларҙың уйынса, законды үҙгәртеү бала табырға уйлаған оло йәштәге ҡатындарҙы хәүеф- хәтәрҙән һаҡлаясаҡ, уларға сит илдәргә йөрөргә тура килмәйәсәк.
66 йәшлек Швейцария ҡатыны ил тарихындағы бала тапҡан иң оло әсә булды. Ә бала тапҡан донъялағы иң оло ҡатын- Румыниянан Адриана Илиеску, ул 72 йәшендә әсә булыу бәхетенә ирешкән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий