вторник, 6 марта 2012 г.

Австралияның көнсығышы һыу аҫтында ҡала бара.




Ҡойма ямғырҙарҙан һуң башланған һыу баҫыу Австралияның көнсығышындағы яңынан- яңы территорияларҙы яулай. Яңы Көньяҡ Уэльс, Квинслэнд һәм Виктория штаттарынан шишәмбе көн 13 мең кеше күсерелде.
Тәбиғәт ҡазаһы Сиднейҙың көньяҡ- көнбайышынан 450 километр алыҫлыҡта ятҡан Уогга-Уогга ҡалаһына янай. Урындағы Маррамбиджи йылғаһындағы 11 метрлыҡ дамба һыу баҫымына саҡ- саҡ сыҙап тора. Ҡалалағы 60 мең халыҡтың 8 меңе үҙ йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булды.
Күсенеүҙә урындағы властарға армия ярҙам итә. Ҡала халҡының китергә йыйынғандары ла, ҡалыусылары ла ҡулдан килгәнсә йорттарын, магазиндарын нығыта.
”Был минималь һаҡсыллыҡ, юғалтыуҙар бик ҙур булыуы ихтимал,-”ти бер ир.
“Һыуытҡыс, һыуытыу камералары һымаҡ ҡиммәтлерәк әйберҙәребеҙҙе өҫкәрәк урынлаштырырға тырышабыҙ. Әгәр һыу өйгә үтеп инһә, көнкүреш техникаһы һаҡланып ҡаласаҡ. Бындай осраҡтар өсөн беҙҙә страховкалау ҡаралмаған, шуға күрә үҙебеҙ төрлө саралар ҡулланып ҡарайбыҙ,-”ти йәш пар.
Яңы Көньяҡ Уэльс штаты властары һәм ҡотҡарыусылары ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн 4 үҙәк ойошторған.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙна буйы Яңы Көньяҡ Уэльста ҡоторған ямғырҙар яйлап тыма. Тик барыбер йылғаларҙа һыу кимәле арта, күп райондарға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий