вторник, 6 марта 2012 г.

Лукашенко немец министрының ауыртҡан еренә эләктерҙе.


Белоруссия президенты Александр Лукашенко Европа илдәренең кеше хоҡуҡтары өсөн Минскиға санкциялар индереүенә яуап бирҙе. Айырыуса Польша һәм Германия сәйәсмәндәренә эләкте. Лукашенконы “диктатор” тип атаған сит ил эштәре министры Гидо Вертервелле һүҙҙәренә комментарий биреп, Белоруссия президенты былай тине:
“...Алмы шунда, зәңгәрме, кем ҡысҡырҙы әле диктатура хаҡында...Ишеттем дә мин шуны, былай тип уйланым: “Зәңгәр булғансы, диктатор булыуың артыҡ.”
Традицион булмаған орентацияһын йәшермәгән Вестервелле былтыр Лукашенко менән осрашҡайны. Ул саҡта Белоруссия лидеры традицион булмаған сексуаль мөнәсәбәттәрҙе аңламауын белдереп, уға “нормаль тормош менән йәшәргә” кәңәш биргәйне. Уның һөжүменә яуап итеп, Вестервелле былай тине:
“Уның һүҙҙәре үк үҙенә ҡаршы һөйләй. Нимә генә һөйләһә лә позициямдан ситкә тайпылмаясаҡмын: мин Белоруссиялағы кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы сығам.”
Лукашенконың уйынса, Белоруссия халҡының өстән бер өлөшөн һәләк иткән донъя һуғышын башлаған Германия диктатура хаҡында хәбәр һөйләргә хаҡы юҡ. Варшаваны иһә ул иленең территорияһын аннексияларға йыйыныуҙа ғәйепләне, ә Минскиға ҡарата санкцияларға килгәндә, ул быны илдең тотоҡлолоғон юҡҡа сығарырға маташыу тип атаны.
 /аннексия- бер дәүләттең икенсе дәүләтте көсләп үҙенә ҡушыуы/



Комментариев нет:

Отправить комментарий