суббота, 17 марта 2012 г.

Мароккалылар ҡатын- ҡыҙ абруйын яҡлай.




Мароккола ҡатын- ҡыҙҙы көсләгән ир, уға өйләнеп, енәйәт яуаплылығына тарттырылыуҙан ҡотолоп ҡала ала. Илдә, был законды юҡҡа сығарыуҙы талап итеп, демонстрациялар уҙҙы.

Үҙен көсләгән иргә кейәүгә бирелгән 16 йәшлек ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы халыҡты урамдарға сығырға мәжбүр иткән. Ире туҡмағандан һуң, ул үҙенә ҡул һалған. Акцияла ҡатнашыусылар йәшәп килгән был законды “Марокконың хурлығы”, тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий