суббота, 17 марта 2012 г.

Джордж Клуни ҡулға алынған.


Данлыҡлы америка актеры Джордж Клуни йома көндө Вашингтондағы Судан илселеге бинаһы алдында полиция тарафынан ҡулға алынды. Бында ул, үҙенең инаныуынса, илдең көньяғында Хартум тарафынан эшләнгән енәйәттәргә ҡаршы демонстацияла ҡатнашҡан.Тәртип һағында тороусылар, рәшәткәнең аръяғына үтергә ярамауы хаҡында бер нисә тапҡыр иҫкәрткәндән һуң, актерҙы үҙ фургондарына алып китте.
“Беҙ бында Хартумдағы хөкүмәттән ябай ғына бер нәмәне талап итмәксебеҙ- бер ғәйепһеҙ ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы үлтереүҙе, көс ҡулланыуҙы, аслыҡтан интектереүҙе туҡтатыу. Беҙ бары тик шуны ғына талап итәбеҙ.”
Клуни менән бергә уның атаһы һәм манифестацияла ҡатнашыусы башҡа кешеләр ҙә ҡулға алынған. Америка актеры һәм уның фекерҙәштәре Судан президенты Омар Бәширҙе Көньяҡ Судан сигендә гуманитар көрсөктө көсәйтеүҙә, унда аҙыҡ- түлек һәм дарыуҙар килтереүгә ҡамасаулауҙа ғәйепләйҙәр.
/ Хартум- Судандың баш ҡалаһы./


Комментариев нет:

Отправить комментарий