Билдәһеҙ бәндә
Тулузалағы йәһүд мәктәбе ишек алдында уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға ут асҡан.
Өс кеше һәләк булған- ике бала һәм бер уҡытыусы. Йәнә берәүһе тән йәрәхәттәре
алған. Шаһиттар раҫлауынса, енәйәтте скутерҙағы әҙәм эшләгән. Полицейскийҙарҙың
фаразлауынса, элегерәк ошо әҙәм Тулуза һәм Монтобанда ике тапҡыр француз
хәрбиҙәренә һөжүм иткән. Ул енәйәттәрҙә лә кешеләр вафат булғайны.
Регион полицияһы
тревога буйынса күтәрелде. Тикшереүҙе үҙ контроле аҫтына алыу өсөн, эске эштәр
министры Клод Геан Тулузаға килеп етергә тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий