понедельник, 19 марта 2012 г.

Дамаск үҙәгедә төнгө алыш.




Уҙған төндә Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаскыла хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм оппозицияны яҡлаусы баш күтәреүселәрҙең Азат Сүриә армияһы араһында аяуһыҙ алыш барҙы. Ҡаршы тороусы ике яҡ та ауыр пулеметтар һәм гранатометтар ҡулланды.
Һуғыш хәрәкәттәре баш ҡаланың хәүефһеҙлек көстәренең бер нисә объекты булған әл- Меззе районында барҙы. Был район ентекле һаҡлана. Хәҙер уға инеү юлдары ябылды, территорияны таҙартыу бара.
Көн элгәре ике теракт арҡаһында 27 кеше һәләк булды, 140-тан ашыуы яраланды. Террористар Кусаа урамында урынлашҡан Хәрби һауа көстәре разведкаһы штабы бинаһын сәпкә алғайны. Икенсе шартлау таможня идаралығы янындағы ҡулса башланған ерҙә яңғыраны.
Кисә шартлау ваҡытында һәләк булыусыларҙы ерләнеләр. Матәм йөрөшө барышында тәртипһеҙлектәр башланды. Полиция 200 кешене ҡулға алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий