Хоҡуҡ һағында тороусы “Аҡ
кейемле ҡатындар” хәрәкәтендә ҡатнашыусы 70 кеше Рим папаһы Бенедикт XVI визиты
алдынан Куба властары тарафынан ҡулға алынды. Полиция мәғлүмәттәре буйынса,
ҡатын –ҡыҙҙар билдәләнгән маршруттан сығып, манифестация ҡағиҙәләрен боҙған.
Был ҡатындар- 2003 йылда ҡулға алынып, төрлө срокка
төрмәгә ябылған, әммә аҙаҡ Рим католик сиркәүе ярҙамында иреккә сығарылған 75 диссиденттың
әсәләре һәм ҡатындары.
“Акцияла ҡатнашыусылар бөгөн йә иртәгә иреккә
сығарыласаҡ, тип уйларға нигеҙ бар. Был ҡыҫҡа ваҡытлы ҡулға алыу, ул ҡатындар
закон боҙорлоҡ бер эш тә эшләмәне бит,-”ти Кубаның хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһында
әүҙем ҡатнашыусы Элисардо Санчес.
Гавананан тыш 12 “аҡ кейемле ҡатын”башҡа ҡалаларҙа ла
ҡулға алынған. Күҙәтеүселәр уйынса, хөкүмәт бындай хәүефһеҙлек сараларын
понтифик килеүе арҡаһында ҡуллана. Уның визиты 26-28 апрелдәргә тәғәйенләнгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий