среда, 21 марта 2012 г.

АҠШ- Иран: Науруз дуэле.



Иран шишәмбе көн Науруз байрамы үткәрҙе. ЮНЕСКО тарафынан кешелек мираҫы исемлегенә индерелгән был байрам яҙ һәм астрономик ҡояш календары буйынса Яңы йыл башланыуын.символлаштыра. Урындағы халыҡ шуға ышана: был көндө нисек үткәрһәң, йыл шулай үтә, шуға күрә талаш- тартыштан һаҡланырға тырыша.

Әйтергә кәрәк, республика башлыҡтары Али Хоменеи һәм Мәхмүд Әхмәҙинежад хөрәфәттәрҙән өҫтөн тора: уларҙың традицион мөрәжәғәтендә дошмандарға һәм көрәшкә ҙур урын бирелә. Хоменеи белдереүенсә, Көнбайыш, ядро фантомын сәбәп итеп, Иран нефте һәм газы өҫтөнән контроль булдырмаҡсы, ул “АҠШ һәм Израиль агрессияһына Ирандың яуапһыҙ ҡалмаясағын” да белдерҙе. 

Әхмәҙинежад иһә иғтибарын күберәк иҡтисади йыһатҡа бүлде һәм халыҡты үҙ етештереүселәрен яҡларға саҡырҙы.

Бөтә донъяла, шулай уҡ АҠШ-та ла, сәскә атыу символы булған балыҡ, йомортҡа, һарымһаҡ һәм тәңкәләр был көндө иранлыларҙың йорттарын биҙәй. Науруз байрамы менән ҡотлаған Барак Обама Ирандың алға китеше өсөн кәрәк булған нәмәләрҙе берәмләп һанап сыҡты. Улар араһында интернет һәм мобиль бәйләнешкә эйә булыу кеүек нәмәләр ҙә бар.

“Иран халҡының ирекле рәүештә уйлау һәм һөйләшеү хоҡуғы бар. Ил властары үҙ халҡына был хоҡуҡтарға эйә булыу мөмкинлеген бирергә һәм ядро программаһы йөкләмәләрен үтәргә тейеш. Әгәр Иран лидерҙары яуаплылыҡ һуҡмағына баҫһа, бар донъя быны хуплаясаҡ, ә иранлыларға сәскә атыусы милләт булыуға юл асыласаҡ,-”тип белдерҙе Барак Обама.





Комментариев нет:

Отправить комментарий