среда, 21 марта 2012 г.

Мексикала ер тетрәү.


Мексикала 7,6 магнитудалы ер тетрәү теркәлгән. Уның үҙәге туристар араһында киң танылыу алған илдең көньяҡ- көнбайышындағы Акапулько ҡалаһында булған. Унан 400 километрҙа ятҡан баш ҡалала ла ер тетрәү үҙен һиҙҙереп алған. Телефон бәйләнеше өҙөлгән. Мегаполис халҡы, ҡурҡып, урамдарға йүгереп сыҡҡан.

Президент Фелиппе Кальдерон үҙенең Твиттерҙағы битендә ҙур ҡорбандар һәм етди зыян булмауы хаҡында белдерҙе. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Мехикола бер кеше емерелгән күпер аҫтында ҡалып һәләк булған. Баш ҡала ҡотҡарыусылары бригадалары вертолеттарҙа ер тетрәгән урындарға юлланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий