среда, 21 марта 2012 г.

Париждағы Индонезия илселеге бинаһы алдында шартлау.


Бөгөн иртән иртүк Париждағы Индонезия илселеге бинаһы алдында шартлау яңғыраны. Полиция вәкилдәре, шаһиттарҙың һүҙҙәренә таянып, шуны хәбәр итте: билдәһеҙ өс кеше үтешләй илселек алдында пакет ҡалдырған. Дипмиссия хеҙмәткәре, уны ваҡытында күреп ҡалып, хәүефһеҙерәк урынға ырғытҡан, бер нисә минуттан шартлау яңғыраған.

Хәбәр итеүҙәренсә, ҡулдан яһалған бомбаның ярсыҡтары 50 метр радиусҡа сәселгән. Шул тирәгә ҡуйылған машиналар зыян күргән, витриналар ватылған. Шартлау иртәнге алтыла булғанға күрә, урамдар буш булған һәм вафат булыусылар юҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий