четверг, 22 марта 2012 г.

Франция мосолмандары Тулзалағы хәлдәр өсөн хәүефләнә.


Тулузалағы фажиғәле хәлдәр  Францияла йәшәүсе мосолмандарҙы хафаға һалды. Властар , ябай граждандар менән мөнәсәбәттәр насарайыуҙан ҡурҡа улар. Тулуза мосолмандары бына нимә һөйләй:

-             Ғәрәптәр һәм йәһүдтәрҙе ҡаршы ҡуйыуҙары яҡшы түгел. Бер илдә йәшәйбеҙ икән, беҙ бер раса кешеләре. Йәһүдме һин, мосолманмы, ғәрәпме, башҡа берәүме- ҡандарыбыҙ бер үк.

Парижда йәшәүсе ислам динендәге Франция граждандары ла хәүефләнә. Париждың төп мәсете эргәһенә йыйылған мосолмандар ҙа тыныс түгел:

-     Балаларҙың ҡорбан булыуы мине шаҡ ҡатырҙы. Әммә барыһы ла  йәһүдтәр һәм мосолмандарҙың бер- береһенә ҡаршы булыуы хаҡында һөйләй.

-                Исламға ҡарата түҙемлелек ҡаҡшаны. Тулузалағы хәлдәр кешеләрҙең күңеленә ҡурҡыу һалды.

Францияла 5 миллион ғәрәп йәшәй. Бында йәһүдтәр һаны Европа континентында иң күбе. Тулузалағы ваҡиғаларҙан һуң, Франция властары улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һала алырмы икән?


Комментариев нет:

Отправить комментарий