понедельник, 26 марта 2012 г.

Һиндостан: аманатҡа алынған итальяндарҙың береһе иректә.

Һиндостандың көнсығышында баш күтәргән маоистар тарафынан урланған ике итальяндың береһе иреккә сығарылған. 60 йәшлек Клаудио Коланджело ауырлыҡты бергә үткәргән 54 йәшлек иптәше Паоло Босуско ла оҙаҡламай азат ителер, тип өмөтләнә. Римдан врач һәм Орисса штатында йәшәгән уның гиды 14 мартта көнсығыш штат буйлап сәйәхәт иткәндә урлана.

2011 йылдың ғинуарынан ноябренә ҡәҙәр маоистар Һиндостанда 1500 ҡораллы сығыш яһай, 500 кешене үлтерә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий