понедельник, 26 марта 2012 г.

Сенегал. Абдуллай Вад үҙенең һайлауҙа еңелеүен таныны.




Идара итеүсе дәүләт башлығы Абдуллай Вад Сенегалдағы президент һайлауҙарының икенсе турында үҙенең еңелеүен таныны. Быны Дакар урамдарында оло ҡыуаныс менән ҡаршы алдылар. Тәүге һөҙөмтәләр элекке премьер- министр, ә хәҙер Вадтың сәйәсәтен тәнҡитләүсе 52 йәшлек Маки Сәл яҡлыларға үҙ кандидатының еңеүе хаҡында иғлан итергә мөмкинлек бирҙе.

“Мин бик бәхетле!- ти Дакар ҡатыны.—Маки йәш, әҙәпле, ихтирамлы, ул, ысынлап та, быға лайыҡ. Бөтәһе лә уға еңеү теләгәйне.”

85 йәшлек Вад дәүләт башлығы посын 2000 йылдан бирле биләй. Ҡануниәттәге “тишекте”файҙаланып, уның өсөнсө срокка һайланырға ниәтләүен ил эсендә лә, сит илдәрҙә лә насар ҡабул иттеләр.

Вадҡа ҡаршы булғандар берләшеп, һайлауҙарҙың тәүге турында уҡ оппозиция кандидаттары араһында күпселекте йыйған Сәлгә ярҙам итә алды. Һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләүҙәр, йөҙҙәрсә мең “үле йәнд”е исемлеккә индереү- былар барыһы ла Вад файҙаһына булманы.

Рәсми һөҙөмтәләр шишәмбе йәки шаршамбы иғлан ителәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий