Бөгөн Сеулда ядро хәүефһелеге буйынса икенсе халыҡ- ара
саммит асыла. Уның эшендә 53 илдең лидеры ҡатнашасаҡ. Уларҙың күбеһе Көньяҡ
Кореяның баш ҡалаһына килгән дә инде. Саммитта төп өс тема ҡараласаҡ: хәҙерге
заман ядро ҡоралы ҡурҡынысына, ядро объекттары, материалдары менән законһыҙ
сауҙа итеүгә ҡаршы тороу һәм Японияның Фукусима ядро станцияһындағы һәләкәттән
һуң актуалләшкән ядро хәүефһеҙлегенең практик мәсьәләләре.
Сеулға көн элгәре килгән АҠШ президенты Барак Обама
ядро хәүефһеҙлеге проблемалары хаҡындағы ҡайһы бер фекерҙәрен Корея студенттарына
еткерергә өлгөргән.
“Беҙҙә ядро ҡоралы кәрәгенән артыҡ күп. Мин Ҡушма
Штаттарҙың һәм союзниктарыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә алыуыбыҙға, теләһә
ниндәй ҡурҡыныстарға ҡаршы тора алыуыбыҙға һәм шул уҡ ваҡытта ядро арсеналын
ҡыҫҡарта алыуыбыҙға ышанам,-”тине Барак Обама.
Америка консервторҙары был идеяны яҡламаясағы көн
кеүек асыҡ, сөнки улар былай ҙа Обаманы АҠШ-тың ядро арсеналын тейешенсә
эффектив модернизацияламауҙа ғәйепләй. Белдереүҙәренсә, Сеул саммитына Мәскәү ниндәйҙер
глобаль инициативалар индерергә йыйынмай.
Сеул урамдарындағы хәүефһеҙлек тә саммит темаһына тап
килеп тора- ҡалала донъяның тиҫтәләгән башлығы булыу айырым тәртип талап итә.
Корея баш ҡалаһы демонстрациянан да буш ҡалманы- унда
ҡатнашыусылар сәйәсмәндәрҙе ядро энергияһынан бөтөнләй баш тартырға саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий