понедельник, 26 марта 2012 г.

Тибет хаҡына үҙ- үҙеңде яндырыу.


“Тибет ут эсендә!” –Нью- Дели үҙәгендә үҙ- үҙен яндырырға маташҡан Тибет ҡасағынының һүҙҙәре шул булды. Ваҡиға Ҡытай лидерының Һиндостанға визитына ҡаршы ойошторолған  демонстрация ваҡытында була, сөнки аҙна аҙағында Ху Дзиньтао илгә БРИКС илдәре саммитына киләсәк. Тәне бик ныҡ бешкән ирҙе ҡала дауаханаларының береһенә алып киләләр. Был- үҙ- үҙен яндырыусыларҙың беренсеһе генә түгел.

“Тибет халҡы үҙ һүҙен әйтте. Оккупация менән риза түгел икәнен асыҡ күрһәтте. Беҙ Тибеттың азат ителеүен һәм  изге Далай Ламанының ҡайтаралыуын талап итәбеҙ. Һөргөндә саҡта ла нимә лә булһа эшләргә кәрәклеген тоябыҙ, айырыуса бында Ху Дзиньтао килгән саҡта,-”тине манифестацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.

Коммунистар баҫым ингәндән һуң, Далай Лама Тибеттән китергә мәжбүр була һәм Һиндостанда төйәк таба. Буддистарҙың рухи етәксеһе геноцидҡа һәм язалауҙарға дусар булған Тибет халҡы хаҡында һөйләй. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, ярты быуат эсендә уларҙың һаны 5 тапҡыр кәмегән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий