понедельник, 26 марта 2012 г.

Японияла электр энергияһы етмәүе ихтимал.


Дүшәмбе көн  “Токио электрик пауэр”энергетик компанияһы “Касивадзаки-Карива” АЭС-ының алтынсы энергоблогын техник тикшереүгә туҡтатты. Шулай итеп, Японияла эшләүсе бер генә атом реакторы –төньяҡтағы Хоккайдо утрауындағы “Томари” АЭС-ының өсөнсө энергоблогы ғына ҡалды. Әммә ул да май башында туҡтатыласаҡ.

Атом станцияларын туҡтатыу арҡаһында милли энергосистемаға көс төштө һәм Токионың  йылылыҡ электр станциялары өсөн  яғыулыҡҡа ихтияжын арттырҙы.  Уҙған йылдың мартындағы “Фукусима”АЭС-ындағы һәләкәттән һуң, илдәге күпселек станциялар туҡтатылды һәм әле булһа ҡайтанан эшен башламаны.

“Фукусима”лағы һәләкәт тупраҡты, диңгеҙҙе һәм һауаны радиация менән зарарланы. Белгестәр иҫәпләүенсә, һәләкәт эҙемтәләренән ҡотолоу өсөн, 30-40 йыл кәрәк буласаҡ.

Күп һанлы һорашыуҙар буйынса, япондарҙың 70 проценты ядро энергетикаһынан баш тартыу яғында.


Комментариев нет:

Отправить комментарий