вторник, 27 марта 2012 г.

Малиҙағы хәрби хунта туарегтарҙы диалогҡа саҡыра.



22 мартҡа ҡаршы төндә Малиҙа хәрби түңкәрелеш яһаған фетнәселәр башлығы Амаду Санаго илдең төньяғында йәшәгән туарег вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим иткән.
“Беҙ илдең бөтөнлөгөн, берҙәмлеген хәүеф аҫтына ҡуймаған бөтә мәсьәләләр хаҡында ла һөйләшә алабыҙ,”- тине Санаго.
Төньяҡтағы ҡәбиләләрҙең баш күтәреп, бер нисә хәрби базаны яулап алыуы һәм властарҙың “илдә тәртип булдыра алмауы”- илдәге хәрби түңкәрелеш сәбәптәренең береһе. Элегерәк Санаго власта оҙаҡ ҡалмаясағы һәм тиҙ арала һайлауҙар көнөн билдәләйәсәге хаҡында белдергәйне. Әммә телевидение аша сығышында ул был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы.
Илдең баш ҡалаһы Бамакола ҙур ҡаршылыҡ манифестацияһы уҙҙы. Демократия һәм азатлыҡҡа саҡырып, урамдар буйлап меңдәрсә кеше үтте. Көн элгәре Малиҙың сәйәси фирҡәләре “республиканы һәм демократияны яҡлау өсөн” берләштеләр һәм “конституцияға ярашлы нормаль тормошҡа ҡайтыуҙы” талап иттеләр.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, АҠШ Малиға ярҙамды туҡтатҡан.



Комментариев нет:

Отправить комментарий