“Донъяны хәүефһеҙерәк итеү,” “ядро терроризмы янауына”
ҡаршы тороу,“халыҡ- ара кооперацияны көсәйтеү”- Сеулда тамамланған ядро
хәүефһеҙлеге саммитының йомғаҡлау коммюникеһендә ошондай саҡырыуҙар яңғыраны.
Ҡаҙағыстан, Рәсәй һәм АҠШ, мөмкинлектән файҙаланып,
Семипалатинск полигонын реабилитациялау тамамланыуы һәм хәҙер ҡурҡыныс
тыуҙырмауы хаҡында белдерҙе.
Нурсолтан Назарбаев, Ҡаҙағыстан президенты:
“Был ядро материалдарын таратмау һәм хәүефһеҙлекте тәьмин
итеү юлындағы өс дәүләт хеҙмәттәшлегенең яҡшы миҫалы. Беҙ, ҡаҙағыстанлылар, рәсәйлеләргә
һәм американдарға был ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ.”
Шул уҡ ваҡытта саммитты тәнҡитләүселәр уны “буш һүҙ
һөйләү”тип атаны һәм коммюникелә конкрет ҡарарҙар булмауына баҫым яһаны. Ҡайһы
бер күҙәтеүселәр фекеренсә, 2014 йылда буласаҡ юғары даирәләрҙең киләһе осрашыуы
һуңғыһы булыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий