среда, 28 марта 2012 г.

Сенегалдар: “Маки Сәл-аҫыл зат.”




Сенегалдағы президент һайлауҙарында Маки Сәлдең еңеүе рсми рәүештә раҫланды. Конституцион совет башлығы икенсе тур һөҙөмтәләрен иғлан итте: Сәл тауыштарҙың 65 процентын, Абдуллай Вад  34 процентын йыйҙы.

Шулай итеп, 50 йәшлек инженер- геолог киләһе 7 йылға илде яҡты киләсәккә илтеүсе экспедицияны етәкләне. Ул Вад осоронда күренекле сәйәсмән булып китә, әммә коррупция менән шөғөлләнеүе шик аҫтына алынған президент улына тикшереү үткәреп, бөтә вазифаларынан ҡолаҡ ҡаға. Ошо рәүешле хәҙерге заман геройы тыуа: уны һайлаған халыҡ сәйәси  алтын юлағына юлығыуына шикләнмәй.

“Бойондороҡһоҙлоҡ осоронда тыуған тәүге президентыбыҙ буласаҡ. Бөтә элекке президенттар колониаль ваҡиғаларҙың әүҙем ҡатнашыусылары булды. Уларға Маки Сәлдең һис бер мөнәсәбәте юҡ. Ул яңы сәйәси цивилизация вәкиле,-”ти политолог Юпитер Ндае.

Абдуллай Вад, телефондан шылтыратып, шишәмбе көн үк уның креслоһын биләйәсәк элекке көрәштәшен ҡотланы, үҙенең еңелеүен таныны. Сенегалды артабан нимә көтәсәк? Маки Сәл был хаҡта  бөгөн “евроньюс” эфирында сығасаҡ эксклюзив интервьюһында һөйләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий