пятница, 23 марта 2012 г.

Китолағы марш: Эквадорҙың аҫаба халҡы файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыуға ҡаршы.


Эквадорҙың аҫаба халҡы үткәргән ҡаршылыҡ акцияһы полиция менән бәрелешкә барып етте.
Меңдәрсә индеец, ике аҙналыҡ марштан һуң,  ерҙәрендә файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы ойошторорға ниәтләгән президент Корреа пландарына “юҡ” тип әйтер өсөн, баш ҡала Кито урамдарын тултырҙы. Асыҡ ысул менән баҡыр һәм башҡа файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы етештереү уларҙы һыу сығанаҡтарынан мәхрүм итер һәм ата- бабалар тупрағын ташлап китергә мәжбүр итер, тип шикләнә ерле халыҡ.


Яуап рәүешендә президент Корреа яҡлылар Китоның икенсе өлөшөндә йыйылды. Улар оппозицияны һәм Аҫаба халыҡтар федерацияһын президент һайлауҙары алдынан власты ҡаҡшатырға маташыуҙа ғәйепләне.
“Һыумы әллә минерал сығанаҡтармы? Әйтерһең, тегеһен дә, быныһын да һайлап булмай,- тип яуап бирҙе оппозицияға Рафаэль Корреа.- Беҙ бер нәмәне лә урларға рөхсәт итмәйәсәкбеҙ! Кем дә булһа һыу сығанаҡтарын һаҡлаған икән, ул – беҙ, ғөмүмән, һүҙ менән генә түгел.”
 Эквадор хөкүмәте быйыл алтын, баҡыр һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыуға Канада һәм Ҡытай компаниялары менән өс ҙур контрактҡа ҡул ҡуймаҡсы. Был проекттар илдең иҡтисади үҫешенә бик ныҡ ярҙам итер, тип ышана ул.
Аҫаба халыҡтың ҡаршы сығыуы 1997 һәм 2000 йылдарҙа президенттарҙың отставкаға китеүенә сәбәпсе булғайны инде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий