пятница, 23 марта 2012 г.

Япония ПРО системаһын хәрби әҙерлек хәленә ҡуя.




Төньяҡ Корея апрель уртаһында КХДР- ҙың көньяғында спутник менән ракета осороу хаҡында иғлан иткәндән һуң, Японияның оборона министры ракетаға ҡаршы оборона системаһын әҙерлек хәленә ҡуйыу хаҡында приказ бирҙе.
Токио Пхеньянды был эштән баш тартырға саҡырҙы. Япония парламентының юғары палатаһы ошо ярашлы резолюция ҡабул итте. Унда региондың тотороҡлолоғон боҙоусы эшмәкәрлек, шулай уҡ “халыҡ- ара берләшмәнең фекеренә ҡолаҡ һалмау” һәм КХДР етәкселегенең “үҙен провокацион тотоуы” ғәйепләнә.
Төньяҡ Кореяның “Ынха-3” ракета ташыусыһы “Балҡыусы йондоҙ-3” Ерҙең яһалма юлдашын орбитаға сығарырға тейеш. Ул КХДР-ға нигеҙ һалыусы Ким Ир Сендың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.
Элегерәк ҡайһы бер илдәр, улар араһында Рәсәй һәм АҠШ та бар, шулай уҡ БМО- ның генераль сәркәтибе Пхеньянды был пландан баш тартырға саҡырғайны.
Әлеге мәлдә Японияның оборона министрлығы, ракетаның ил территорияһына ҡолау мөмкинлеген иҫәпкә алып, бынан һаҡланыу сараларын күрә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий