Израиль үҙенең илсеһен БМО-ның Кеше хоҡуҡтары
буйынса комитетынан саҡырып ҡайтарыуы ихтимал. Ошо рәүешле Израилдең сит ил
эштәре министрлығы был инстанцияның Иордандың Көнбайыш ярына күскән йәһүдтәрҙең
палестинлыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу- боҙмауын тикшереү өсөн комиссия төҙөргә ҡарар
итеүенә яуап бирҙе. Ил премьеры Беньямин Нетаньяху комитеттың был ҡарарын “ике
йөҙлө” һәм ‘’хурлыҡлы”тип атаны.
Резолюция Пакистан
тәҡдиме буйынса ҡабул ителде, фекер алышыуҙа Хамас төркөмө вәкиле лә тыңланды.
Иудея һәм Самария халҡы
БМО-ның был демаршына ҡарата асыуҙарын йәшермәй.
“Йөйһөҙ ерҙән йөй
эҙләүҙәре асыуға тейә. Бөтә донъяға бының өсөн оят булырға тейеш,-” ти Гуш
Ационда йәшәүсе Семин Навои.
Палестина
сәйәсмәндәре, киреһенсә, БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комитеты ҡарарын хуплап
ҡабул итте.
“Израиль хөкүмәте, Иерусалимды
ла индереп, яңы йорттар төҙөүҙе туҡтатһын, 1967 йылғы сиктәрҙе таныһын өсөн,
ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ике дәүләттең килешеп йәшәүен
шулай ғына тәьмин итергә мөмкин, Израиль властары иһә үҙҙәренең эшмәкәрлеге
менән быны емерә,-”тине Израиль менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан Палестина вәкиле
Сәиб Эрекат.
Израиль сит ил эштәре
министрлығы БМО Комиссияһына үҙ территорияһында эш итергә мөмкинлек бирмәйәсәге
хаҡында белдерҙе, быға уларҙың “мораль хоҡуғы ла, формаль хоҡуғы ла юҡ”тине ул.
Комментариев нет:
Отправить комментарий