воскресенье, 25 марта 2012 г.

Роберт Бейлс: һуғыш өсөн һау, суд өсөн ауырыумы?


Психикаһы менән проблема- тыныс афғандарҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән Америка сержанты Роберт Бейлстың адвокаты үҙенең яҡлауын ошо юҫыҡҡа бора. Адвокат әленән- әле уның Афғанстанға ҡәҙәр Иракта булыуын һәм йәрәхәттәр алыуын, шул иҫәптән башы ла яраланыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә был дәлилдәр афғандар өсөн генә түгел, американдар өсөн дә ышаныслы яңғырамай.
“Әгәр ул Афғанстанда енәйәт эшләгән икән, судты ла шунда үткәрергә кәрәк. Ул үҙенең ҡорбандарының, ваҡиғаға шаһит булғандарҙың күҙҙәренә ҡарарға тейеш.”
“Уның психик яҡтан камил булмауы аҡлауға сәбәп була алмай. Тыныс халыҡ уның шундай хәлдә булыуына ғәйепле түгел һәм уға уларҙы үлтереү өсөн хоҡуҡ бирмәй.”
11 март төнөндә Роберт Бейлс, Кандагар ситендәге базаһын ташлап, яҡындағы ауылға килә һәм үҙ йорттарындағы халыҡты ҡыра башлай. Шаһиттарҙың раҫлауынса, ул бер үҙе булмаған.
Вәзир Хан ул ҡот осҡос төндә иң яҡын 11 кешеһен юғалта.
“Аҡса кәрәкмәй беҙгә,- ти ул,- аҡса беҙгә ҡәнәғәтлек бирмәйәсәк. Был әҙәмдәр өҫтөнән суд булыуын теләйбеҙ беҙ. Быны бер кеше эшләне, тип баралар. Әгәр шулай икән,  иҫбатлаһындар. Ә енәйәтсенең ауырыу булыуы, башы эшләмәүе хаҡында һүҙҙәр бары һылтау ғына.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий