воскресенье, 25 марта 2012 г.

Израиль һәм Иран интернет аша дуҫлаша.


Израиль пацифисы Фейсбукта интернет менән ҡулланыусы иранлыларға дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы. Тель-Авивтан Ронни Эдри үҙ битендә “Иранлылар! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм һис ҡасан илегеҙҙе бомбаға тотмаясаҡбыҙ!” тигән яҙма менән фото урынлаштырҙы.

Ике ил халҡы бер- береһен күрә алмай тигән ҡалыплашҡан фекерҙе инҡар итеп, Израиль һәм Иран интернет- ҡулланыусылары бер- береһенә һөйөү хистәрен еткерә башланы.

“Мин Израиль гражданины һәм миңә ярҙам кәрәк,- ти Ронни Эдри селтәрҙәге ролигында.-Яңылыҡтарҙа буласаҡ һуғыш хаҡында һөйләйҙәр, сәйәсмәндәр емереклектәр һәм үҙ- үҙеңде һаҡлау хаҡында тылҡый. Әммә ул һеҙҙең менән беҙҙең һуғыш түгел. Мин атайҙарға, әсәйҙәргә, балаларға, ағайҙарға, апайҙарға... мөрәжәғәт итәм. Һуғыш булһын өсөн, беҙ бер- беребеҙҙән ҡурҡырға һәм бер- беребеҙҙе күрә алмаҫҡа тейеш. Мин һеҙҙән ҡурҡмайым, һеҙгә ҡарата нәфрәтем дә юҡ. Мин һеҙҙе хатта белмәйем дә. Иранлылар миңә һис ниндәй насарлыҡ эшләмәне. Бер генә иранлыны Париж музейында күргәнем булды. Шәп егет!”

Селтәрҙәге тәүге видео һәм фотолар артынан башҡалары барлыҡҡа килде. Уларҙа Израиль һәм Иран халҡының бер- береһенә һөйөүе, дуҫлығы сағыла.

Раббым! Һаҡла һуғыш афәттәренән!


Комментариев нет:

Отправить комментарий