воскресенье, 25 марта 2012 г.

Белоруссия Евроберләшмә илселәрен кире индермәйәсәк.


Рәсми Минск Евроберләшмәнең Белоруссияға ҡарата санкцияларына ҡаты яуап бирергә ниәтләй. Евроберләшмә илдәренең бөтә илселәре тиерлек нон-грата персоналары тип иғлан ителде. Февраль аҙағында улар демонстратив рәүештә консультациялар өсөн Минскиҙан саҡыртып алынғайны. Хәҙер инде, кире килергә теләген сүрәттә лә, уларҙы индермәйәсәктәр.

Бындай ҡаты реакция Евроберләшмәнең йома көн Лукашенко режимына ҡаршы иғлан иткән яңы санкцияларынан һуң булды. Айырым алғанда, йәнә бер нисә тиҫтә белорус эшҡыуарына, сәйәсмәненә һәм дипломатына Европаға инеү тыйыла. Элегерәк шундай уҡ сараларҙы Брюссель, ҡайһы берҙәренең иҫәптәрен файҙаланыуҙан сығарып, 200 белорус чиновнигы һәм эшҡыуарына ҡарата ҡулланғайны.

Белоруссия һәм Евроберләшмә араһындағы мөнәсәбәттәр 2010 йылда Александр Лукашенко 4-се тапҡыр рәттән республика башлығы итеп иғлан ителгәндән һуң ҡырҡыулашты.



Комментариев нет:

Отправить комментарий