воскресенье, 25 марта 2012 г.

Мексика руханиҙарының ҡорбандары Рим папаһы менән һөйләшә алманы.


 Рим папаһы  Бенедикт  XVI  Мексикаға килгән көндө үк католик сиркәүенең  үҙ руханиҙарының  балаларҙы, үҫмерҙәрҙе көсләү осраҡтарын ентекле йәшереүе хаҡында яңы ғәйепләүҙәр ишетелде.
Һүҙ 2008 йылда үлгән “Христос  легионы” орденына нигеҙ һалыусы Марсиаль Масьелдың ғауғалы тормошон яҡтыртҡан китап тураһында бара. Уны йәш семинаристарҙы көсләүҙә, унан өс ул тапҡан ҡатындар менән йәшәүҙә, наркотиктар ҡулланыуҙа, иғәнә аҡсаһын үҙ маҡсаттарында файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр.
200-ҙән ашыу архив документын өйрәнгәндән һуң, тикшереүселәр Ватикан белә- күрә тороп Марсиалде ғәҙел хөкөмдән ҡурсалап килгән, тигән фекергә килгәндәр.
“Мин шуға инанғанмын: Мексикала һәр епископ, архиепископ ошондай яҡлау аҫтында. Католик сиркәүе бындай проблемалар хаҡында ләм-мим,-”ти китап авторҙарының береһе.
Архив документтары шуны раҫлай: әлеге Рим Папаһы Марсиалдың енәйәттәре хаҡында хәбарҙар булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий