Шәмбе көн АҠШ-тың бер
нисә ҡалаһында “Ғәҙел хөкөм маршы”үтте. Манифестацияла ҡатнашыусылар 17 йәшлек
Трейвон Мартиндың үлемен ғәҙел тикшереүҙе талап итте.
Ҡара тәнле үҫмер 26
февралдә Флорида штатында атып үлтерелгән. Мәғлүмәттәр буйынса, был көндө
Стенфорд ҡалаһы полицияһына үҙен “йәмәғәт дозоры капитаны”тип атаған Дэвид
Циммермандан шылтыратыу була. Уның һүҙҙәре буйынса, ул урамда “ямғыр аҫтында
эшһеҙ йөрөгән шикле кешене күргән.” Полицияла уға үҫмерҙе эҙәрлекләмәҫкә кәңәш
биргәндәр һәм шул урынға патруль машинаһын ебәргәндәр, әммә Циммерман был
кәңәшкә ҡолаҡ һалмаған һәм егетте атып үлтергән.
АҠШ президенты Барак
Обама был ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡларға һүҙ бирҙе һәм Трейвондың уның улы
булыу мөмкинлеген белдерҙе.
Адвокат иһә
Циммермандың үҙен яҡлауы тураһында һөйләй.
Үҫмерҙең туғандары раҫлауынса,
Трейвон атаһы менән ҡунаҡҡа килгән булған һәм, магазинға барып килеү өсөн,
урамға сыҡҡан.
Властар әлегә
Циммерманды ҡулға алмаған һәм ғәйепләү белдермәгән, ләкин тикшереүҙе башлаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий