четверг, 29 марта 2012 г.

Японияла өс енәйәтсене аҫҡандар.




Япония төрмәләренең береһендә кесаҙна көн  иртән өс енәйәтсегә үлем язаһы бирелгән. Уларҙы аҫып ҡуйғандар.
Өсөһө лә, бер нисә кешене үлтереп, ауыр енәйәт эшләгән. Береһе 5 кешене тапатҡан. Икенсеһе талау ниәте менән ике ҡатынды үлтергән. Өсөнсөһө айырылышырға йыйынған ҡатынын, уртаҡ балаһын, ҡайныһы менән ҡәйнәһен үлтергән.
“Япония халҡы үлем язаһының кәрәклеген аңлай. Йәмәғәтселек вәкилдәре хатта халыҡ суды ултырыштарында ҡатнаша. Шуға күрә мин артабан да юстиция министры вазифаһы бурыстарын үтәйәсәкмен.-”тип белдерҙе Японияның минюст етәксеһе Тосио Огава.
Японияла үлем язаһы һуңғы тапҡыр  2010 йылдың  июль аҙағында бирелгәйне. Ул саҡта хөкөм ителгәндәрҙе  юстиция министры барҙа язаға тарттырғандар.
 Японияның юридик практикаһында үлем язаһы бер нисә кешене үлтергәндәргә бирелә. Хәҙер бөтә ил буйынса 132 әҙәм үлем язаһы көтөп ултыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий