четверг, 29 марта 2012 г.

Төркиә- Иран: Бәшәр Асад менән ни эшләргә?




Төрөк премьеры Эрдоган визит менән Иранға ике ил араһы ҡатмарлашҡан осорҙа килде. Ҡаршылыҡтар иң тәүге нәүбәттә Сүриәлә барған ҡан ҡойошҡа ҡағыла. Анкара Бәшәр Асадты отставкаға китергә өндәй, шиғисылар Ираны иһә Дамаск режимының таянысы булыуҙарын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта Төркиә эҙмә- эҙлекле үҙ ядро программаһын  булдырыуҙы ла яҡлай.
Мөхәммәд Реза Рәхими,  Ирандың беренсе вице- президенты:
“Беҙ Төркиәгә Ирандың ядро программаһын яҡлауы өсөн рәхмәтлебеҙ.”
Төрөк премьеры Эрдоган ошо аҙнала Сеулда атом хәүефһеҙлеге форумы сиктәрендә АҠШ президенты Обама менән осрашты. Был иһә Эрдоган Аҡ Йорттоң  Иран лидерҙарына ниндәйҙер мөрәжәғәтен  тапшырыуы ихтимал тигән  хәбәрҙәр таралыуға сәбәпсе булды. Визит барышында Рәжәп Тайып  Эрдоган Иран президенты Әхмәҙинежад һәм илдең юғары рухи  лидеры аятолла Али Хаменеи  менән йәнә осрашасаҡ.
“Төркиә Асад режимының тиҙерәк ҡолатылыуын теләй, ә Иран региондағы төп союздашын юғалтҡыһы килмәй. Таһранға килгән Эрдоган ошо ҡапма- ҡаршы тороусы ике позиция араһында алтын урталыҡты табырға тырышасаҡ,-”тип хәбәр итә Таһрандан Евроньюс хәбәрсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий