четверг, 29 марта 2012 г.

Тулуза үлтереүсеһен Алжирҙа ерләйәсәктәр.




БөгөнТулузала һәм Монтобанда 7 кешене атып үлтергән террорсы Мөхәммәд Мерахтың кәүҙәһен  Алжирға ерләргә килтерәсәктәр. Йортто полиция штурмлағанда һәләк булған Мерахты ата-әсәһе үҙ илендә ерләмәксе.

Үҙ сиратында, экстремистың атаһы “улдарының үлеме өсөн” Франция властарын судға бирергә ниәтләй. Уның белдереүенсә, полицияның Мөхәммәдте ҡулға алырға мөмкинлеге булған, әммә улар үлтереүҙе хуп күргән. Һуңғы тапҡыр ул улын 6 йәшлек сағында күргән булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий