среда, 28 марта 2012 г.

Рәхимлелеккә өндәне.


Рим Папаһы Бенедикт XVI Кубаға апостол визитының икенсе көнөндә Дәүләт советы башлығы һәм Министрҙар советы председателе Рауль Кастро менән осрашты. Понтификтың Куба етәксеһе менән әңгәмәһе шишәмбе кис Гавананың Революция һарайында булды һәм бер сәғәткә һуҙылды. Католик сиркәү башлығы Фидель Кастро менән осрашыуы ихтимал тип яҙһалар ҙа, әлегә ул булманы.
Шаршамбыла, визитының һуңғы көнөндә, Рим Папаһы Гавананың Революция майҙанында месса үткәрәсәк. Килеп еткән хәбәрҙәр буйынса, Куба властары менән осрашыу ваҡытында понтифик “ауыр хәлдә ҡалғандарға рәхимле булырға” өндәгән. Ул Куба төрмәләрендәге тотҡондарҙы күҙ уңында тотҡан, тигән фекер бар.
Бенедикт XVI Сантьяго-де Куба ҡалаһында саҡта, ҙур булмаған инцидент та булып алған. Месса алдынан бер ир, диктатура менән көрәшергә саҡырып, лозунгылар ҡысҡыра башлаған. Уны полиция ҡулға алған.
Диссидент, хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте ағзаһы Элисардо Санчес әйтеүенсә, “әле булһа был йәш кешенең исеме лә, ҡайҙан икәнлеге лә билдәле түгел.” Хәүефһеҙлек көстәре, режим агенттары тарафынан ул бик ҡаты туҡмалған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий