пятница, 16 марта 2012 г.

АҠШ- Афғанстан: үлтереүгә эске көсөргәнешлек һәм алкоголь ғәйеплеме?




Стресс, ғаилә проблемалары, иҫерткес эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыу  Афғанстандағы америка хәрбиен 16 кешене атып үлтереүгә этәргәндер. АҠШ властары вәкиле ошо фекерҙе белдерҙе. Әлегә тикшереү тамамланмаған, шуға күрә ул үҙ исемен атап торманы.
Үлтереүҙә ғәйепләнгән сержанттың адвокаты хәлде йомшартырға маташты:
“Ул мосолмандар, Яҡын Көнсығыш халҡы хаҡында һис ҡасан насар һөйләмәне. Дөйөм алғанда, ул үҙен тыныс тотто.”
Иҫерткес эсемлектәрҙә эш тормай, тип иҫәпләй адвокат. Уның уйынса, һалдат һәм ғаиләһе уны дүртенсе тапҡыр “ҡыҙыу нөктә”гә ебәреү менән риза булмаған. Был хәл 3 декабрҙә булған. Быға саҡлы американлы Иракта тән йәрәхәттәре алған.
“Уға башҡа урынға күсермәйәсәктәре хаҡында әйткәндәр. Ғаиләһе лә шуға өмөтләнгән. Яҡын Көнсығышҡа бармаясағын белдергәндәр. Һәм  теүәл бер төн эсендә бөтәһе лә үҙгәргән. Үҙе лә, ғаиләһе лә уның яңы командировкаһына һис тә шатланмаған.”
Америка һалдатының тыныс афғандарҙы һәләк итеүе Кабул һәм Вашингтон мөнәсәбәттәрен йәнә ҡатмарландырып ебәрҙе.
Бынан алда Америка һалдаттары изге Ҡөрьәндең бер нисә данаһын яндырғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий