КХДР илдең тәүге етәксеһе Ким Ир Сендың тыуыуына 100
йыл тулыу хөрмәтенә яңы спутник осорасағы хаҡында белдерҙе. Был ваҡиға 12-16
апрелдәрҙә булырға тейеш. Осоштоң “тыныс”характерҙа булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Һуңғы тапҡыр Төньяҡ Корея спутникты 2009 йылдың
апрелендә осорғайны, әммә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уны Ер тирәһендәге
орбитаға сығара алмаған.
Йыһан киңлеген тикшереү комитеты вәкиле белдереүенсә,
яңы спутник илдең “үҙ технологияларына нигеҙләнеп”, илдең үҙ белгестәре
тарафынан конструкцияланған һәм эшләнгән.
Японияның фекере буйынса, Төньяҡ Корея спутнигын
осороу БМО Хәүефһеҙлек советы резолюцияһын боҙоу буласаҡ. Был резолюция
Пхеньянға ҙур алыҫлыҡтағы ракеталарҙы һынауҙы тыя. Токио Вашингтон һәм Сеул
менән консультациялар уҙғарырға ниәтләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий