Афғандарҙың америка һалдаты 16 кешене үлтергәндән һуң
дөрләп киткән асыуы әле лә баҫылманы.
Илдең көньяғындағы Калат ҡалаһында меңләгән кеше
ҡаршылыҡ манифестацияһына сыҡты. Йыйылған халыҡ Америкаға ҡаршы лозунгылар
ҡысҡырҙы, кешеләрҙе, шул иҫәптән 9 баланы үлтереүҙә ғәйепле бәндәгә Афғанстанда
суд үткәрелеүен һәм процестың асыҡ булыуын талап итте.
АҠШ командованиеһының хәрбиҙе Кувейтҡа күсерергә
ниәтләүе хаҡында хәбәр ишетелгәс, асыу йәнә тоҡанып китте.
”Бер ғәйепһеҙ 16 кешене һәләк иткән американлы беҙҙең
илдә суд алдына баҫырға тейеш,- ти Кабулда йәшәүсе ир.- Беҙҙең хөкүмәтебеҙ ҙә,
судыбыҙ ҙа бар. Властар был ваҡиғаға етди ҡарарға, американдарға һәм башҡа сит
ил кешеләренә һабаҡ булһын өсөн, ғәйеплегә халыҡ алдында яза бирергә тейеш!”
Йәкшәмбе көн Кандагар провинцияһында булған тыныс
халыҡты ҡырыу Баграм янындағы америка базаһында изге Ҡөрьән китабын яндырыу арҡаһында
насарайған Кабул һәм Вашингтон мөнәсәбәттәрен уғата ҡатмарландырҙы.
Көн элгәре Афғанстанға ваҡиғаны ентекле тикшереү вәғәҙәһе
менән килгән Пентагон етәксеһе Леон Панетта уңышһыҙ һөжүмдең сәбенә әүерелде.
АҠШ командованиеһы шуны раҫланы: шаршамбы көн афған
тәржемәсеһе алып ҡасҡан бензин ташыусы машина менән Камп Бастион базаһында
Панеттаны ҡаршы алыусы америка һалдаттарын төкәтергә маташҡан. Ниәте барып
сыҡмаған: машина әйләнеп китеп яна башлаған, тәне янған водитель һәләк булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий