четверг, 15 марта 2012 г.

Музыка дипломатияһы: КХДР музыканттары Парижда уйнай.


Сиктәр ҙә, сәйәси амбициялар ҙа булмаған музыка...Көньяҡ Кореянан билдәле маэстро Чон Мён Хун дирижерлыҡ иткән Төньяҡ Корея оркестры Франция Радиоһының филармония музыканттары менән Парижда сығыш яһаны. “Музыка дипломатияһы”н ойоштороусы- сығышы менән Сеулдан булған дирижер Чон Мён Хун. Уның өсөн кореялылар- музыкала ла, тормошта ла бер үк халыҡ.
Беҙ бөгөн тарихи мәлдең шаһиты булдыҡ һәм ул айырым ваҡиға ғына булып ҡалмаҫ, тип уйлайбыҙ,-ти Франция радиоһы скрипкасыһы Светлин Русев.- хәҙер йөрәгебеҙҙең иң түренән сыҡҡан хистәребеҙҙе музыкала сағылдыра алабыҙ, доъяны үҙгәртеү юлында тәүге аҙым булыуы ла ихтимал ул.
Күбеһенә әле 30 йәш тә тулмаған Төньяҡ Корея музыканттары көнбайыш оркестры менән тәүге тапҡыр бер сәхнәлә уйнай. Руссевтың Кореянан килгән коллегалары менән аралашыу теле- рус теле, сөнки Пхеньян музыканттарының күбеһе Рәсәйҙә белем алған.
Музыка арҡаһында, бәлки, илдәр ҙә сәйәси сәхнәлә аралаша башлар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий