четверг, 15 марта 2012 г.

Томас Лубанга балаларҙы яллауҙа ғәйепләнә.



Гаагалағы халыҡ- ара енәйәт суды шаршамбы көн үҙ тарихында үҙенә күрә тәүге ҡарарҙы сығарҙы. Ул Конго баш күтәреүселәренең элекке башлығы Томас Лубанга Дьилоны хәрби хәрәкәттәргә балалаларҙы йәлеп итеүҙә ғәйепләне.
Суд 2002 йылда ойошторола һәм геноцидҡа, хәрби енәйәттәргә һәм кешелеккә ҡаршы енәйәттәргә яуаплы кешеләрҙең эштәрен ҡарай.
Лубанга 2002-2003 йылдарҙа Конгоның Итури провинцияһындағы халыҡ- ара конфликтта төп фигураларҙың береһе була. Хәрби хәрәкәттәр барышында 60 мең самаһы кеше үлтерелә. Ғәйепләүсе яҡтың белдереүенсә, үҫмерҙәрҙе Лубанга үҙ отрядтарына йыйған һәм һуғыштарға йәлеп иткән. Баш күтәреүселәрҙең лидеры 2006 йылда Киншаста ҡулға алына һәм аҙаҡ Гаагаға килтерелә, 2009 йылдың авгусында суд алдына баҫа. Ул үҙе ғәйебен таныманы һәм ғәйепләү яғы дәлилдәренең ялған булыуын, ә шаһиттарҙың һатып алыныуын белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий