среда, 14 марта 2012 г.

Бельгия: дәрестәр туҡтатылған.



Уларҙы ҡайғы берләштерҙе. Фландрияның  Левена ҡалаһы ситендәге күпселек һәләкәт ҡорбандары уҡыған Хеверле мәктәбендә шаршамбы көн иртән вафат булғандарҙың ата- әсәләре һәм яҡындары йыйылды. Урындағы полиция департаментында уларға психологтарҙың ярҙамын тәҡдим иттеләр. Әммә күптәре бер кем менән дә һөйләшергә теләмәй.


“Беҙ хәҙер мәғлүмәт йыйырға тырышабыҙ. Бөтә балаларҙы ла өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр. Дәрестәр туҡтатып торолдо. Уҡытыусылар ҙа эмоциональ шок кисерҙе, улар дәрес бирерлек хәлдә түгел,-”ти Лёвендың полиция идаралығы вәкиле Марк Вранккис.

22 баланың барыһы лә Бельгия Фландрияһында йәшәгән. Бөтәһенә лә 11 йәки 12 йәш булған. Каникул ваҡытында улар Альп тауҙарына саңғы шыуырға барған.


 Властар юл һәләкәте булған көндө “Бельгияның ҡара көнө” тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий