Израиль армияһы һәм полицияһы бөгөнгә тәғәйенләнгән “Иерусалимға
марш”сиктәрендә уҙғарылған Палестина яҡлыларҙың акцияһы менән бәйле өҫтәмә
хәүефһеҙлек саралары күрә. Ҡаршылыҡ акцияһын ойоштороусылар күп меңлек
манифестацияны Израилдең Ливан , Сүриә менән сигендә һәм Газа секторында, шулай
уҡ Иордан йылғаһының Көнбайыш ярында уҙғармаҡсы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, армияға көтөлмәгән
ваҡиғаларға әҙер торорға, шул уҡ ваҡытта провокацияларға бирешмәҫкә ҡушылған.
Бынан тыш, Ғибәҙәтхана тауына ҡырҡтан йәшерәк ирҙәргә
һәм Израилдең шәхес танытмаһы булмағандарға юл ябыҡ.
“Иерусалимға марш” Ер көнөнә бағышлана.Уны йыл
һайын палестиналылар менән теләктәшлек
көнө итеп, 1976 йылғы ваҡиғалар иҫтәлегенә арнап үткәрәләр. Ул саҡта, тәртип
һағында тороусылар ҡаршылыҡ демонстрацияһын ҡыуып таратҡанда, 6 ғәрәп үлтерелгәйне.
Әлеге маршты ойоштороусылар манифестацияның тыныс
характерҙа буласағын вәғәҙә итә, әммә уҙған йылғы сик буйындағы демонстрациялар
армия менән бәрелешкә әйләнеп киткәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий