суббота, 31 марта 2012 г.

Украина евроинтеграция юлында тәүге аҙым яһаны.




Украина һәм Евроберләшмә Брюсселдә ассоциация хаҡындағы килешеүҙе парафирланы. Ул ирекле сауҙа зонаһы  һәм ябайлаштырылған виза режимы булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Килешеүгә 2011 йылдың 15-се Украина- ЕС саммитында ирешһәләр ҙә, тантана хәҙер генә ойоторолдо.
Ике яҡтың вәкилдәре ҡултамғаларын  килешеүҙең 10- сы битенә , иҡтисадҡа ҡағылмағайынса, сәйәси битенә генә  ҡуйҙы. Әммә Киевта интеграция юлында тәүге аҙым яһалды, тип иҫәпләйҙәр.
“Тәүге нәүбәттә беҙ партнерҙарыбыҙ менән төрлө йүнәлештәге юлдар хаҡында һөйләшәбеҙ. Ирекле сауҙа хаҡындағы килешеү ҙә, ассоциация хаҡындағы мәсьәлә лә, ғөмүмән, макроиҡтисади мөмкинлектәребеҙ, финанс ярҙамы һәм башҡа бик күп нәмәләр  инә бында,-”тине Украинаның вице- премьеры Валерий Хорошковский.
Аналитиктарҙың фекеренсә, парафирлау процесы Украиналағы парламент һайлауҙарына ҡәҙәр, көҙгә саҡлы һуҙылыуы ихтимал. Брюссель һайлауҙарҙың  демократик рәүештә үткәрелеүенә инанырға теләй.
“Хөкүмәт өсөн был имтихан буласаҡ,  дөрөҫлөк асыҡланасаҡ, сөнки президент Янукович һәм хөкүмәт  һәр ваҡыт Европа менән интеграция хаҡында һөйләйҙәр. Ассоциация хаҡында килешеү- мөһим аҙым,-”ти “Батькивщина”оппозиция фирҡәһе рәйесе урынбаҫары Григорий Немыря.
Бөтә документҡа рәсми ҡул ҡуйыу датаһы хаҡында әлегә ныҡлап килешелмәгән. Парафирлауҙан һуң , Евроберләшмәнең барлыҡ ил- ағзалары хөкүмәттәре менән килешәһе бар, аҙаҡ парламенттар  документты ратификацияларға тейеш.
Ҡайһы бер илдәрҙең закон сығарыусылары белдереүенсә, Украинала демократия үҫеше кимәленең түбән булыуы арҡаһында,  улар  тауыш биргәндә ҡаршы буласаҡ.
 /парафирлау- рәсми килешеүгә ҡәҙәр эшләнә һәм ике яҡ вәкилдәренең килешеү проекты тексының һәр битенә инициалдарын ҡуйыуҙы аңлата./


Комментариев нет:

Отправить комментарий