воскресенье, 1 апреля 2012 г.

Аун Сан Су Чжи: көрәш емештәре.




Үҙ илендә арымай- талмай кеше хоҡуҡтарын һәм демократияны яҡлаусы 67 йәшлек Аун Сан Су Чжи һайлау көрәшенә бөтә көсөн бирә. Милли демократик лига башлығы, бөтә донъяға билдәле оппозиционер донъяның төрлө урындарында йәшәгән ватандаштарын күреү өсөн меңәр саҡрым юлдар үтә. Етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, парламент һайлауҙары кәрәк, тип иҫәпләй ул.
Сирек быуат хәрби диктатура хакимлыҡ иткән илендә һуңғы 20 йылын  йортонда һаҡ аҫтында ултырған ҡатын үҙгәрештәргә өмөтләнә. Әммә, үҙ тәжрибәһенән сығып, демократияға юл еңел булмаясағын яҡшы аңлай.
Аун Сан Су Чжи —бойондороҡһоҙ Бирманың тәүге лидеры булған генерал Аун Сандың ҡыҙы. Уны 1947 йылда, ҡыҙына 2 йәш булғанда үлтерәләр. 19 йәшендә Аун Сан Су Чжи Бөйөк Британияға китә. Унда ул Оксфорд университетына уҡырға инә, буласаҡ тормош иптәше Михаэл Эйристы осрата. Ғаилә Бутан менән Бөйөк Британия араһында йәшәй. 1988 йылда ғаилә хәлдәре уны Бирмаға ҡайтырға мәжбүр итә. Ҡатын ул саҡта илдән уны сығармаясаҡтарын һәм ирен башҡаса күрә алмаясағын күҙ алдына ла килтермәй.
Был ваҡытта Бирмала власть хәрби хунта ҡулына күсә. Аун Сан Су Чжи сәйәсәт менән шөғөлләнә башлай, Милли демократик лига ойоштора. Уны ҡулға алалар һәм илдән һөрөлөү шарты менән азатлыҡ тәҡдим итәләр. Ҡатын баш тарта. Лига 1990 йылда еңеп сыға. Тик хунта был һөҙөмтәне танырға теләмәй. Был иһә халыҡ- ара йәмәғәтселектең асыуын ҡабарта. Бер йылдан һуң оппозиционер Нобель премияһына лайыҡ була.
1995 йылда хунта уны иреккә сығарырға ризалаша. 5 йыл күрмәгән ирен, балаларын һағынып, ҡатын Мьянманы ҡалдырып китер, тип өмөтләнә хәрбиҙәр. Кире илгә индермәйәсәктәрен аңлаған Аун Сан Су Чжи йәнә баш тарта.
4 йыл үткәс, оҙайлы ауырыуҙан һуң ире вафат була.
2000 йылда оппозиционерҙы тағы ҡулға алалар, ике йылдан иреккә сығаралар. 2003 йылда Аун Сан Су Чжи барған кортежға хунта яҡлылар һөжүм итә. Ҡатын ҡасып өлгөрһә лә, аҙаҡ барыбер ҡулға алалар. 7 йыл рәшәткә артында ултырырға тура килә уға.
Оппозиция лидерының ғәҙәти булмаған яҙмышы “Леди”фильмы авторҙарын илһамландыра. Аун Сан Су Чжи —тыуған Мьянмаһындағы демократия өсөн күңеленә иң ғәзиз нәмәләрҙән баш тарата. Кем белә, бәлки, уға хыялдарының тормошҡа ашыуын, аяуһыҙ кәрәшенең емештәрен күрергә насип булыр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий