понедельник, 9 апреля 2012 г.

КХДР: “Ҡош юлы-3” осошҡа әҙер.



Төньяҡ Кореяның “Ынха-3”( “Ҡош юлы)” КХДР-ҙың төньяҡ- көнбайышында урынлашҡан Чхольсан өйәҙе Тончан- ни старт майҙансығына урынлаштырылған.
Халыҡ- ара йәмәғәтселекте проекттың тыныс характерҙа булыуына ышандырыр өсөн, полигонға сит ил журналистарын да индерҙеләр. 12 апрелдән 16 апрелгә ҡәҙәр арауыҡта осоролорға тейешле спутникты күрһәттеләр. Ул КХДР- ға нигеҙ һалыусы Ким Ир Сендың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланасаҡ һәм, Пхеньяндың раҫлауынса, һауа торошон һәм Ер өҫтөн күҙәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.
Вашингтон, Токио һәм Сеул Пхеньяндың изге маҡсаттарына ышанмай, ысынында иһә КХДР баллистик ракетаны һынарға йыйына, тип иҫәпләй. Эксперттарҙың фекере буйынса, ул спутникты осорғас та эшләнеүе ихтимал.
 “Был осош- донъяны болартыу, Корея ярымутрауындағы һәм бөтә Төньяҡ- Көнсығыш Азиялағы тыныслыҡҡа һәм тотороҡлолоҡҡа янау. Көньяҡ Корея армияһы үҙ халҡын һаҡларға һәр саҡ әҙер,-”тип белдерҙе Көньяҡ Корея сит ил эштәр министрлығы вәкиле.
Хәүеф янай ҡалһа, ракетаны эләктереп алырға әҙер тороуҙары хаҡында элегерәк Япония властары ла белдергәйне. Ракетаға ҡаршы “Пэтриот” оборона комплексы һәм “Иджис”күҙәтеү һәм төҙәү системаһы булған караптар хәрби әҙерлек хәлендә.
АҠШ, осош булған хәлдә, ҠХДР-ға яңы санкциялар индереү менән янаны. Ҡытай һәм Рәсәй ике яҡты ла тотанаҡлы булырға саҡыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий