понедельник, 9 апреля 2012 г.


Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Леонид Тибилов тауыштарҙың 54 процентын йыйҙы. Тибиловтың оппоненты- кеше хоҡуҡтары вәкиле Давид Санакоев еңелеүен таныны.

Көньяҡ Осетияның элекке КГБ башлығы Тибилов республиканы көрсөктән сығарырға, ҡануниәтте боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа һәм Төньяҡ Осетия, Рәсәй менән интеграция эшен дауам итергә вәғәҙә бирҙе.

Һайлауҙар ҡабаттан үткәрелде; уҙған йылдың ноябрендә үткән һайлауҙар, ҙур етешһеҙлектәр арҡаһында дөрөҫ түгел, тип табылды.

Көнбайыш Көньяҡ Осетияла үткән һайлауҙар легитим түгел, сөнки республика Грузия территорияһына ҡарай,  тип иҫәпләй. Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоғон Рәсәй, Никарагуа, Венесуэла, Науру һәм Тувалу таныны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий