среда, 4 апреля 2012 г.

“Оло ағай”инглиздәрҙең тәртибен тикшерәсәкме?


Бөйөк Британияла хәүефһеҙлек хеҙмәттәренә инглиздәрҙең Интернеттағы эшмәкәрлеген контролдә тоторға мөмкинлек биреүсе закон проекты әҙерләнә.

 Sunday Times гәзите мәғлүмәттәре буйынса, властарҙы граждандарҙың электрон почтаһы, улар ингән сайттар, телефон бәйләнештәренең адресаттары ҡыҙыҡһындыра. Провайдерҙар махсус хеҙмәттәргә реаль ваҡыт режимында ул мәғлүмәттәрҙе алыуға булышлыҡ итергә тейеш буласаҡтар- былар һәммәһе лә ҙур хәүеф тыуҙыра.

“Күләгә”кабинетының элекке эске эштәр министры Дэвид Дэвис бына нимә һөйләй:
“Был бөтөнләй үҙ-үҙен аҡламай. Ул саралар законлы рәүештә террорсыларға, енәйәтселәргә ҡаршы йүнәлтелһә лә, мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн судтың рөхсәт биреүе кәрәк. Быуат буйы беҙ шулай эшләйбеҙ, ниңә әле ул үҙгәрергә тейеш?”


 Закон проектын нисек әҙерләүҙәре хаҡында тулы мәғлүмәт юҡ, әммә вице- премьер Ник Клегг граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәре махсус хеҙмәттәр өсөн автоматик рәүештә асыҡ буласағын инҡар итте.

Хөкүмәттең пландары интернетта бәхәстәрҙе ҡуйыртып ебәрҙе: инглиздәр фекере буйынса, Бөйөк британия Ҡытай һәм Иран юлынан китмәксе.

Бер нисә йыл элек Лондон ошондай закон ҡабул итергә маташып ҡарағайны инде, тик  сәйәсмәндәр яғынан да, йәмәғәтселектән дә яҡлау тапманы.

/ Күләгә кабинеты- Британияның парламент системаһындағы рәсми статус алған күләгәләге оппозицион хөкүмәт./

Комментариев нет:

Отправить комментарий