среда, 4 апреля 2012 г.

Техас: һауала автомобилдәр осоп йөрөнө.




Шишәмбе көн Американың Техас штатындағы Даллас ҡалаһы тирәһенә ҡеүәтле торнадо ябырылды. Хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар юҡ. Бер нисә кеше тән йәрәхәттәре алған. Ел- дауыл ҡыйыҡтарҙы, ҡаты менән йорттарҙы алып осорған, ағастарҙы ауҙарған. Йөҙҙәрсә биналар емерелгән. Һауала автомобилдәр осоп йөрөгән. Меңдәрсә кешеләр баҙҙарҙа, махсус һаҡланыу урындарында боҫоп ултырырға мәжбүр булған.

“Көслө тауыш ишетелде.  Аҙаҡ тәҙрәләр ҡойолоп төштө. Унан башымды күтәрһәм( мин йоҡо бүлмәһендә инем)- күкте күрҙем.”

Далластан көньяҡта урынлашҡан Ланкастер- иң ныҡ зыян күргән райондарҙың береһе. Унда 2 кеше етди йәрәхәттәр алған. Күп йорттар емерелгән. Тәбиғәт ҡазаһы Далластың халыҡ- ара аэропорты эшен тотҡарлаған. Йөҙҙән ашыу самолет  ватылған. Күп рейстар туҡтатылған. Ҡайһы бер урындар электр энергияһыҙ ҡалған. 47 мең йорт һәм предпреятие зыян күргән. 

Хәҙер Америка властары зыян иҫәбен билдәләй. Ҡотҡарыусылар харабаларҙы тикшерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий