четверг, 5 апреля 2012 г.

Гюнтер Грасс Израил сәйәсәтен шиғри юлдар менән тәнҡитләне.



Немец яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты Гюнтер Грасс  Израилдең Иранға һөжүм итергә ниәтләүенә хәүефен белдерҙе.

Шаршамбы көн баҫылып сыҡҡан “Ни әйтелергә тейеш”шиғырында ул  Израиалдең йәшертен, үҫә барған, бер ниндәй контроль аҫтында булмаған ядро потенциалы барлығы һәм уның Иранға янауы асылда бөтә донъя тыныслығына янау икәнлеген яҙҙы.

Грасс Израилдең атом потенциалын, Ирандың атом ҡоролмаларын халыҡ- ара ведомство ярҙамында даими контроль аҫтында тоторғасаҡырҙы.

Израилдең Германиялағы илселеге Нобель премияһы лауреатының шиғри хитабын бик насар ҡабул итте һәм Ирандың Израилгә янауы хаҡында бер һүҙ ҙә булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий