четверг, 5 апреля 2012 г.

Cталинлы дәфтәрҙәр: бәхәсле, әммә ҡануниәткә ҡаршы килмәй.




 Мәктәп уҡыусыларының дәфтәр бите тышында  генеалиссимус  формаһында бөтә регалиялары менән торған Иосиф Сталин портретын  кешеләр ҡыҙыҡһыныу, асыу, тәнҡит, аптырау менән ҡабул итте. “Альт”нәшриәте уны “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре”серияһынан уңышлы проект, тип иҫәпләй.  Сталин менән йәнәш Ленин, Иван Грозный, Пушкин, Рахманинов, Гагарин да бар.
Мәскәү китап магазины хеҙмәткәрҙәре бында бер ниндәй ҙә насарлыҡ күрмәй: 

“Беҙ ошондай шәхес барлығын, ул идара иткәндә илебеҙҙә нимәләр булғанын, насарын һәм яҡшыһын күрһәтәбеҙ. Ә баһа биреү- беҙҙең эш түгел, был, моғайын, һәр кемдең шәхси эшелер,-”ти Ольга Үтәшева.

Дәфтәр тышында Сталин биографияһы менән рәттән репрессия һәм террор ҡорбандары хаҡында факттар бар. Тик “Мемориал”йәмғиәте вәкилдәре бындай дәфтәрҙәрҙе баҫтырып сығарыу “Сталинды пропагандалау”, тип иҫәпләй.

“Минең уйымса, был мәктәптәргә, уҡыу- уҡытыуға , ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа һаҡланып ҡалған сталинизм ҡалдыҡтарын, кеше ғүмерҙәре менән сағыштырғанда дәүләттең  күпкә бөйөк булыуын һеңдерергә маташыу,-”тип иҫәпләй Ян Рачинский.

Рәсәй федерацияһының мәғариф министрлығы Сталин һүрәте төшөрөлгән дәфтәрҙәргә кире мөнәсәбәттә. Тик бәхәсле тауарҙы магазин кәштәләренән алдырыу мөмкин түгел: бында ҡануниәт боҙолмаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий