четверг, 5 апреля 2012 г.

Клод Миллер вафат булды.




Франция үҙенең иң яратҡан кинорежиссерҙарының береһен юғалтты. Шаршамбы кис Парижда Клод Миллер донъя ҡуйҙы. Күптән түгел ул 70- йәшлек юбилейын байрам итте һәм экрандарға “Тереза Д.”картинаһы сығыуын көтә ине. Одре Тоту уйнаған был фильм уның һоҡланғыс эштәре исемлегендә һуңғыһы булды. Шулар иҫәбендә “Минең яратыуымды уға әйтегеҙ”, “Аккомпаниатор”һәм Канны фестивалендә жюриҙың махсус призына лайыҡ булған “Ҡышҡы каникулдар.”

Миллер тәүҙә эшкә үҙ аллы тотонмай, Карне, Трюфо, Годар кеүек оҫталар менән эшләй. Тәүге ҙур уңыш уға 1981 йылда, экрандарға “Суд тикшереүе алдынан”фильмы сыҡҡас килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий