среда, 11 апреля 2012 г.

Кофи Аннан: кесаҙна көн иртән Сүриәләге хәлдәр яҡшырырға тейеш.




БМО һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус илсеһе Кофи Аннан Иран сит ил эштәре министры менән берлектәге матбуғат конференцияһында Сүриәләге хәлдәрҙең кесаҙна көн иртән яҡшырыуына өмөт итеүен белдерҙе.

Көн элгәре Аннан, хәлдәрҙе тыныс юл менән яйға һалыу эшендә ярҙамға өмөтләнеп, Таһранға килде. БМО һәм ҒДЛ эмиссары һүҙҙәре буйынса, “Дамаск алышты туҡтатыу хаҡындағы килешеүҙе үтәргә әҙер булыуын белдергән”.
“Беҙ Сүриә оппозицияһы менән бәйләнешкә индек һәм һорауҙарыбыҙға ыңғай яуап алдыҡ,- тип белдерҙе ул.-Мин шулай уҡ, бөтә яҡтар ҙа утты туҡтатыу хаҡындағы килешеүҙе үтәргә әҙер тороуҙарын белеү өсөн, абруйлы хөкүмәт етәкселәре менән осраштым. 12 апрелдә сәғәт алтыла Сүриәләге хәлдәрҙең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ышаныс бар.”

Катар һәм Сәғүд Ғәрәбстанының Сүриә оппозицияһын ҡоралландырырға тәҡдим итеүенә килгәндә, Кофи Аннан фекере буйынса, “һуғышҡа әҙерләнеүгә йүнәлтелгән сәйәсәт һәләкәткә алып килеүе ихтимал.”

 Таһран, шулай уҡ Мәскәү һәм Пекин Сүриә эштәренә сит илдәрҙең ҡыҫылыуына ҡаршы сығыш яһай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий